ХӘРБИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, хәрби эш б‑са белгестәр әҙерләү системаһы. РФ‑та башланғыс (урта дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм махсус уҡыу йорттары, махсус курстар, уҡыу час­тары һ.б.); урта (урта хәрби уҡыу йорттары, махсус мәктәптәр, граждан вуздарының хәрби каф.); юғары (хәрби академияларҙың командирҙар ф‑ттары), ш. иҫ. юғары хәрби‑махсус (хәрби ин‑ттар һәм хәрби академияларҙың инженер ф‑ттары, юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щелары) һәм юғары оператив‑стратегик профилдәге (РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби академияһы) Х.б.б. айырыла. Башҡортостанда тәүге хәрби уҡыу йорто – һалдаттар мәктәбе 18 б. Ырымбурҙа ойошторола, артабан Өфөгә күсерелә. 1797 й. Верхнеурал ҡәлғәһендә, Звериноголовск һәм Ҡыҙыл ҡәлғәләрендә, Орск ҡәлғәһендә, Троицк ҡәлғәһендә һәм Ырымбур ҡ. һалдат һәм казак балалары өсөн гарнизон мәктәптәре (1799 й. Император хәрби‑етемдәр йорто бүлексәләренә, 1827—28 йй. – хәрби кантонсылар батальондарына, 1859 й. хәрби ведомство уч‑щеларына үҙгәртелә) асыла. Ырымбурҙа регуляр ғәскәрҙәр, Баш­ҡорт ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казак ғәскәре хәрби хеҙм‑рҙәре балаларын уҡытыу өсөн округ гарнизон артиллерия мәктәбе (1834) һәм хәрби ведомствоға буйһонған игенселек һәм урмансылыҡ уч‑щеһы (1836—60), хәрби госпиталь ҡарамағында фельдшер мәктәбе (1841) һәм Ырымбур айырым корпусы штабы ҡарамағында һыҙым мәктәбе (1857) асыла. Регуляр ғәскәрҙәрҙең, Башҡорт һәм Ырымбур казак ғәскәрҙәренең түбәнге чиндары хәрби частарҙың ярашлы уҡыу командаларында (Ырымбур, Өфө, Силәбе ҡҡ.), башҡорт уҡыу полкында һәм казак уҡыу сотняһында белем алған. Регуляр һәм иррегуляр ғәскәрҙәр офицерҙары һәм чиновниктары балаларын уҡытыу өсөн Ырымбурҙа урта уҡыу йорттары: 1‑се Ырымбур Неплюев кадет корпусы һәм 2‑се Ырымбур кадет корпусы, ш. уҡ урта хәрби уҡыу йорто – Ырымбур казак хәрби училищеһы эшләгән. Граждандар һуғышы барышында 1918 й. 1‑се ярт. был уҡыу йорттары совет власы органдары тарафынан ябыла, Көньяҡ Уралда совет власы бөтөрөлгәндән һуң 1918 й. 2‑се ярт. яңынан асыла һәм 1919 й. сигенгән Рус армияһы м‑н бергә эвакуациялана. 1920—21 йй. Өфөлә РККА‑ның “Гарнизон уҡыу урыны” эшләй. 1921 й. Өфөлә сәйәси хәрби курстар, 95‑се пехота командирҙар курстары һәм кавалерия ҡыҙыл командирҙар әҙерләү курстары, Стәрлетамаҡ ҡ. Башҡорт командирҙар курстары (пехота, кавалерия һәм артиллерия бүлектәрен һәм элемтә взводын үҙ эсенә алған) асыла. 1922 й. бөтә курстар Өфөләге 95‑се пехота командирҙар курсына берләштерелә (пехота, пулемёт һәм кавалерия бүлектәре булған; 1924 й. таратыла). 20— 30‑сы йй. БАССР‑ҙа хәрби уҡыу йорттары булмау сәбәпле хәрби хеҙм‑рҙәр хәрби белемде ситтә, башҡорт һәм татарҙар башлыса Ҡазан хәрби пехота уч‑щеһында (1923 й. ғин.—окт. Ҡазан берләштерелгән мосолман командирҙар курстары, 1923 нояб. алып 6‑сы Татар‑башҡорт берләштерелгән командирҙар мәктәбе, 1924 й. башлап Татар республикаһы Советтары ҮБК ис. Татар‑башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбе, 1935 й. – ТАССР ҮБК ис. татар‑башҡорт хәрби пехота мәктәбе, 1936 й. — ТАССР ҮБК ис. Ҡазан пехота мәктәбе, 1937 й. — ТАССР ҮБК ис. Ҡазан пехота хәрби уч‑щеһы, 1939 й. – ТАССР Юғары Советы ис. Ҡазан пехота уч‑щеһы, 1941 й. мартынан Ҡазан юғары танк команда уч‑щеһы) ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ҙа Ворошилов К.Е. исемендәге юғары хәрби академия, Ленин В.И. исемендәге Хәрби‑сәйәси академия, РККА Хәрби һауа көстәренең Разведчиктар хәрби авиа­ция училищеһы, РККА‑ның Һауанан күҙәтеү, хәбәр итеүһәм элемтә хәрби училищеһы, РККА‑ның Советтар Союзы Маршалы Б.М.Шапошников ис. “Выстрел” командирҙар сос­тавын камиллаштырыу атыу‑тактика курстары филиалы, 2‑се Ленинград артиллерия училищеһы, Рига хәрби пехота училищеһы, Севастополь зенит‑артиллерия училищеһы, Өфө хәрби пехота училищеһы, Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһы, Көньяҡ Урал хәрби округыныңкесе лейтенанттар курстары (Благовещен ҡ., 1942—?), ш. уҡ сәйәси со­ставты камиллаштырыу курстары: РККА‑ның К.Е.Ворошилов ис. юғары хәрби акад. ҡарамағындағы Юғары сәйәси составты камиллаштырыу курстары (Бәләбәй ҡ., 1941—43), Рига һәм Севастополь уч‑щеларындағы сәйәси составты камиллаштырыу курстары, Орлов хәрби округы сәйәси составты камиллаштырыу курстары (Стәрлетамаҡ ҡ., 1942—?) эшләй. Кесе хәрби белгестәр Өфөлә техник элемтә һәм снайперҙар мәктәптәрендә (1941—45), хәрби‑фельдшер(1942—45), хәрби‑ашнаҡсы (1944—45) һәм хәрби‑музыка(1944—45) мәктәптә­рендә, Бүздәк, Дыуан, Хәйбулла (1941—45) һәм Өфө (1941—59) автомәктәптәрендә, 11‑се (Стәрлетамаҡ, 1942—95; БАССР аэроклубтары базаһында Хәрби һауа көстәренең 3‑сө башланғыс белем биреү мәктәбе булараҡ асыла) һәм 20‑се (Өфө, 1959—94; башланғыс белем биреү хәрби авиация мәктәбе булараҡ асыла) механиктар хәрби авиация мәктәптәрендә әҙерләнә. БАССР‑ҙа хәрби уҡыу йорттары сифатында Белорет (1941—43), Стәрлетамаҡ (1941—42) һәм Өфө (1941—42)аэроклубтары,Белоретһәм Өфө (Әстерхандан эвакуацияланған) парашют‑планер клубтары, Өфөлә хәрби‑диңгеҙ, автомобиль клубтары һәм уҡыу‑атыу үҙәге, Ғафури, Ҡыйғы һәм Нуриман р‑ндарында Хәрби һауа көстәре һәм Хәрби десант ғәс­кәрҙәре өсөн резерв әҙерләгән кавалерия клубтары эшләй. 1984—98 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы эшләй.Запастағы кесе офицерҙар ӨДНТУ‑ның хәрби белем би­реү ф‑тында (1948—2006; 1996 й. тиклем хәрби каф.), БДМУ‑ның хәрби һәм экстремаль медицина каф. (1934—2008; 1936 й. тиклем хәрби‑физкультура каф., 1943 й. тиклем хәрби­санитария әҙерлеге каф., 1944 й. тиклем хәрби‑санитария һәм дөйөм ғәскәри әҙерлек каф., 1995 й. тиклем хәрби‑медицина әҙерлеге каф.), ӨДАТУ‑ның хәрби каф. (1942—2008; 2008 й. башлап ӨДАТУ ҡарамағындағы Уҡыу хәрби үҙәге) һәм БДУ ҡарамағындағы хәрби каф. (1957—61 йй. һәм 1967—2008 йй. БДУ‑ның хәрби каф.) әҙерләнә. Хәрби белеме булған белгестәрҙе РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ әҙерләй (1976 й. алып).

Әҙәб.: Фархшатов М.Н. Народное образование Башкирии в пореформенный период. 60—90‑е годы XIX в. М., 1994; Бикмеев М.А. Башкортостан — кузница офицерских кадров. (Страницы военной истории республики). Уфа, 1998; Ширинкин С.А. Уфим­ское вертолётное: люди и судьбы. Уфа, 2001.

М.Ә.Бикмәев, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин