ЯҢАУЫЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы, көнсығышта — Тәтешле, көньяҡ‑көнсығышта — Борай, көньяҡта — Ҡалтасы, көньяҡ‑көнбайышта — Краснокама р‑ндары, көнбайышта Удмурт Респ. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары индерелә (ҡара: Административ район). 1935 й. 31 ғин. терр‑яһының бер өлөшө Тәтешле р‑нына күсә, 1963—65 йй. Я.р. составына Краснокама һәм Ҡалтасы р‑ндары инә. Майҙаны — 2094 км2. Адм. үҙәге — Яңауыл ҡ., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 232 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 66,0; 1959 — 60,5; 1989 — 48,6; 2005 — 49,5; 2018 — 44,36. Милли составы (2010): башҡорттар — 43,3%, татарҙар — 22,8%, удмурттар — 14,1%, урыҫтар — 11,7%, мариҙар — 6,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 4,5 кеше/км2. Я.р. 18 ауыл советы, 103 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ҡарман (1127 кеше), Яңы Уртауыл (861), Прогресс (742) ауылдары.

Райондың терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Үрге Кама уйпатлығы сиктәрендә урынлашҡан. Рельефы уба һәм арҡаларҙан тора. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡһәм ҡомло балсыҡ(Ураҙ); нефть ятҡылыҡтары (Байсар, Борай, Бәҙрәш, Вояҙы, Гарный, Игровка, Йөгәмеш, Ҡарман, Ҡуҙбай, Львов, Сытырман, Уръябаш, Хмелёвский), ер аҫты һыуҙары ятҡылығы (Беүә) бар. Климаты континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 1,5—2,5°С, ғин. уртаса т‑ра — ‑15,5°С, июлдә — 18,0°С. Абс. макс. т‑ра — 38°С, абс. миним. т‑ра — ‑51°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 500—600 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Беҙ, Уръя, Ушъя, Әмзә һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Беүә й., Сөрауыл һаҙлығы, Ҡарман һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. Һоро урман тупрағы, көлһыуланған ҡара тупраҡ, кәҫле көлһыу тупраҡөҫтөнлөк итә. Ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар район майҙанының 25%‑ын биләй. Хайуандар донъяһы урман һәм ялан төрҙәренән тора.

2017 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 141,8 мең га (дөйөм майҙандың 67,7%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 81,5, сабынлыҡтар — 16,4, көтөүлектәр — 41,0; урмандар майҙаны — 55,8, ер өҫтөһыуҙары — 0,6. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 АХПК, 1 ДУП, 14 ЯСЙ, 80 крәҫтиән (фермер) хужалығы] йәшелсә, ш. иҫ. иген культуралары, картуф, үҫтереүгә; ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсус­лаша. Йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть— Добыча” ЯСЙ‑ның структур бүлексәләре, “НК—Роснефть” Асыҡ АЙ үҙләштерә. Район терр‑яһында “Победа” (Яңауыл, Шүдек а.), “Мичуринский” (Барабановка а.) ЯСЙ‑лары, БР‑ҙың “Яңауыл урман хужалығы” Дәүләт авт. учреждениеһы һ.б. эшләй. Я.р. терр‑яһынан Горький т. юлы [Әгерже (Удмурт Респ.)—Дружинино (Свердловск өлк.) участкаһы], Әмзә— Нефтекама—Ағиҙел тармағы һәм Нефтекама—Яңауыл, Өфө—Яңауыл, Яңауыл—Үрге Тәтешле автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәккәинә.

Районда ПУ (Прогресс), 21 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шуларҙың 13‑ө урта мәктәп, ш. иҫ. 7 төп мәктәп һәм 1 башланғыс мәктәп—балалар баксаһы, 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы, 14 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы; 3 ауыл амбулаторияһы, 46 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 51 клуб учреждениеһы, мәҙәниәт һарайы, 29 китапхана бар. 13 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй.

И.В.Голубченко, З.З.Шәйҙуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 Карта района