ЯҢЫ АБҘАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Абҙаҡ а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 635 кеше; 1989 — 264; 2002 — 309; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Көньяҡ Урал т. юлының Магнитогорск—Белорет участкаһында т. юл ст. төҙөгән ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов