ЯҢЫ АҠБҮЛӘК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 73 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 365 кеше; 1920 — 402; 1939 — 377; 1959 — 353; 1989 — 339; 2002 — 291; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар йә­шәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы Аҡбүләк а. (хәҙ. Иҫке Аҡбүләк а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Әзмей исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. (халҡы Иҫке Аҡбүләк а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) 26 йортта 128 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта — 243 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1891 й. төҙөлгән) теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов