ХӘРБИ СТРАХОВКАЛАУ КОМПАНИЯҺЫ, ААЙ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфө филиалы 1995 й. асылған. Юридик һәм физик шәхестәргә страховкалау б‑са 100‑ҙән ашыу төр хеҙмәт күрһәтә. Филиал составына БР ҡала һәм райондарындағы 32 бүлексә һәм вәкиллек, страховкалау агенттары әҙерләү үҙәге (Өфө) инә. 2011 й. 150 кеше эшләгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов