ЯҢЫ АҠТАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 317 кеше; 1939 — 384; 1959 — 257; 1989 — 198; 2002 — 166; 2010 — 141 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Аҡтау а. (хәҙ. Иҫке Аҡтау а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов