ХӘРБИ‑ТАРИХИ ОЙОШМАЛАР, хәрби тарихты өйрәнгән һәм тергеҙгән ойошмалар. Туғанлыҡ, төркөмдәр, клубтар һәм энтузиастарҙың башҡа ойошмалары хәрби оҫталыҡты (тарихи фехтование, ҡул һуғышының онотолған алымдары һ.б.), ҡораллы берләшмәләрҙең тарихи эпизодтарын, хәрби хеҙм‑рҙәренең көндәлек тормошон (тарихи реконструкция) тергеҙеү, төрлө армияларҙың хәрби уставтарын өйрәнеү, обмундирование, ҡорал һәм техниканы коллекциялау, яһау һәм реставрациялау (ғәмәлдәге закон сиктәрендә), хәрби‑тарихи миниатюра яһау һ.б. м‑н шөғөлләнә. Х.‑т.о. халыҡ‑ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк ассоциацияларын (федерацияларын) ойоштора, фестивалдәр, күргәҙмәләр, байрамдар, роль уйындарын (ҡағиҙә булараҡ, һуғыш булған урындарҙа) үткәрә, ваҡытлы баҫмалар нәшер итә. 20 б. 70—80‑се йй. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты БАССР Хәрби комиссариаты һәм ДОСААФ‑тың Башҡ‑н ойошмаһы м‑н берлектә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙарҙы совет халҡының һуғышсан, революцион һәм хеҙмәт даны урындары буйлап Бөтә Союз походына йәлеп итә. 80‑се йй. 2‑се ярт. Бөтә Союз хәтер вахтаһы барышында БАССР доброволецтары Бөйөк Ватан һуғышы үткән яландарҙа эҙләү отрядтары эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Башҡортостанда Х.‑т.о. 80—90‑сы йй. Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа барлыҡҡа килә. 1989 й. Өфөлә бөтә донъя һәм Рәсәй тарихы ваҡиғаларын тергеҙеү м‑н шөғөлләнгән һәм 1996 й. алып Рәсәй Хәрби‑тарихи ассоциацияһына ингән “Орден” хәрби‑тарихи клубы (етәкселәре: Г.Л.Шевелёв, 1993 й. башлап А.А.Стрелец) барлыҡҡа килә. 1991 й. унан башҡорт ҡораллы берләшмәләре тарихын өйрәнгән “Ватан” клубы (1998 й. тарҡала, етәксеһе — Р.К.Исҡужин) айырылып сыға. 1993 й. “Орден” клубының ҡайһы бер ағзалары “Өфө пехота полкы” клубын (2002 й. Өфө ҡ. Хәрби‑тарихи клубтың секцияһы; етәкселәре: Шевелёв, 1997 й. алып А.Р.Янғуразов) ойоштора, ул полктың Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813–14) ҡатнашыуын тикшерә. 1999 й. Өфөлә “Росстань” үҫмерҙәр ижади берекмәһе базаһында боронғо хәрби оҫталыҡты тергеҙгән һәм Тарихи фехтование федерацияһы ағзаһы булған “Ҡоралдаш туғандар” клубы (етәксеһе — А.Г.Алликас) ойошторола. 2002 й. Өфө ҡ. Хәрби‑тарихи клуб (2010 й. башлап “Өфө пехота полкы” хәрби‑тарихи клубы; рәйесе — Р.Н.Рәхимов) булдырыла, уның эш­мәкәрлеге 18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт., башлыса 1812 й. Ватан һуғышы ваҡиғаларын тергеҙеүгә арналған, ш. уҡ составына 1861—65 йй. АҠШ‑та булған граждандар һуғышы ваҡиғаларын реконструкциялаған төркөм инә. 2006 й. Өфөлә “190‑сы Очаков пехота полкы” хәрби‑тарихи реконструкция клубы асыла, ул Рус‑япон һуғышы (1904–05), Беренсе донъя һуғышы, Граждандар һуғышы, Икенсе донъя һуғышы эпизодтарын тергеҙеү м‑н шөғөлләнә. 2006 й. Өфөлә “Төньяҡ амурҙары” хәрби‑тарихи клубы (уға элекке “Ватан” клубы ағзаларының күпселеге инә; рәйесе – И.Г.Шәйәхмәтов) ойошторола, ул 18—20 бб., башлыса 1812 й. Ватан һуғышы, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт кавалерияһын реконструкциялау м‑н шөғөлләнә. Клубтар йыл һайын БР‑ҙың Өфө р‑ны Ҡыҙыл Яр а. янында Өфө операцияһына арналған “Ағиҙел өҫтөндә йәшен” (унда ҡатнашыусылар араһында Екатеринбург, Мәскәү, Пермь, С.‑Петербург, Ульяновск, Һамар ҡҡ. хәрби‑тарихи ойошма вәкилдәре була) хәрби‑тарихи фестивален үткәрә. БР‑ҙың Х.‑т.о. ағзалары хәрби‑тарихи фестивалдәрҙең һәм байрамдарҙың күбеһендә ҡатнаша: “Бородино көнө” (“День Бородина”; Можайск ҡ. янында, 1989 й. алып йыл һайын), “Севастополде обороналау” (“Оборона Севастополя”; Севастополь ҡ., Украина, 1992), “Аустерлиц” (Славков‑у‑Брна ҡ., Чехия, 1995), “Рәсәй флотының 300 йыллығы” (“Трёхсотлетие российского флота”; С.‑Петербург, 1996), “Куликово яланы” (“Куликово поле”; Тула өлк. Монастырщина а. янында, 1999), “Американика” (Һамар, 2003, 2005), “Еңеү көнө” (“День Победы”; Өфө, 2005 й. башлап), «И.А.Шатровтың “Манжурия сусаҡтарында” вальсының 100 йыллығы» («100‑летие вальса И.А.Шатрова “На сопках Маньчжурии”»; 2006), “Гравюра һәм нәфис биҙәкле ҡоралдың беренсе фестивале” (“Первый фестиваль гравюры и художественного украшенного оружия”;2010;икеһе лә–Златоуст ҡ.) һ.б.

Р.Н.Рәхимов, Г.Л.Шевелёв

Тәрж. М.Х.Хужин