ХӘСӘН (Хәсәнов) Сарйән Сәлихйән улы [24.3.1930, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Иҫке Айыу а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 21.9.1978, Ҡазан], яҙыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәз., “Һәнәк” ж. мөхәррире, 1957 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 1960 й. башлап Ҡазанда эшләй: “Азат хатын” (“Азат ҡатын”) ж. яуаплы секретары, СССР Әҙәбиәт фондының Татар бүлексәһе дир., “Идель” (“Иҙел”) альманахы мөхәррире. “Хикәйәләр” исемле тәүге китабы 1962 й. сыға. “Атайым һөнәре” (1966), “Бер әсәнең биш улы” (1979; икеһе лә — татар телендә) һ.б. повестар авторы. Х. геройҙары — ата‑бабалар традицияларында тәрбиәләнгән көслө рухлы һәм оло йөрәкле кешеләр. Х. ижадында башҡорт темаһы яҡтыртыла. Шулай уҡ тел ғилеме, тәржемә, әҙәби тәнҡит өлкәләрендә эшләй. Х. әҫәрҙәре башҡорт, ҡырғыҙ, мари, удмурт һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов