“ХӘСӘНИӘ”, урта мәҙрәсә. 1903 й. Өфөлә 3‑сө йәмиғ мәсете (ҡара: Өфөләге мәсеттәр) эргәһендә асыла. Инициаторы һәм нигеҙ һалыусыһы — М.М.Хәсәнов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис һәм мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. Ир‑егеттәр ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була. Уҡыу курсы 7 йыл (4 йыллыҡ әҙерлек һәм 3 йыллыҡ төп бүлексәләр) тәшкил итә. 1905 й. алып уҡыу процесы яңы ысул м‑н уҡытыу системаһына нигеҙләнә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына дини предметтар (ҡара: Дини тәғлимәт) м‑н бергә төрки теле, математика, тарих, география, анатомия һ.б. инә. Мәҙрәсәнең уҡыу һәм йоҡо бүлмәләре, ашханаһы була. “Х.” м‑н Ә.В.Яфаев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Тамамлаусылар араһында Н.Иҫәнбәт була. 1920 й. ябыла, уның нигеҙендә 1‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола. Мөҙәрисе — Хәсәнов (1903 й. алып). Мәҙрәсә бинаһы (Таҡта ярыу урамы, 34; 1903 й. төҙөлгән) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина