ЯҢЫ АНДРЕЕВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 239 кеше; 1959 – 222; 1989 – 104; 2002 – 120; 2010 — 121 кеше. Мордвалар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Андреевка/Иҫке Андреевка а. (хәҙ. Илтирәк а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 38 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов