ХӘСӘНОВ Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы [1894, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡо­ролтайҙарында ҡатнашыусы. 2 класлы Сәйетҡол урыҫ‑башҡорт уч‑щеһын (ҡара: Сәйетҡол төп белем биреү мәктәбе), Пермь губ. Красноуфимск исемле өйәҙе (хәҙ. Свердловск өлк. Красноуфимск р‑ны, 1915) Красноуфимск сәнәғәт уч‑щеһын, Я.М. Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты (Мәскәү, 1919) тамамлаған. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһының статистика, дек. башлап финанс бүлеге мөдире. 1918 й. июленән Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы, Башҡорт хөкүмәтенеңфинанс бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы. 1919 й. март—июнендә АСБР‑ҙың аҙыҡ‑түлек, 1920 й. алып игенселек комиссары, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы. 30‑сы йй. “Башкоопмолпром” пр‑тиеһында дир. урынбаҫа­ры. 1937 й. репрессиялана (5 йылға хөкөм ителә). 1957 й. аҡлана.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Ғәлиәхмәт Хәсәнов //Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин