ХӘСӘНОВ Кәлимулла Ғүмәр улы (1878, Ҡазан губ. Мамадыш өйәҙе — 1949), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Ҡазан татар уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. урыҫ‑башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1905 й. нояб. Борай улусының уҡытыусылар союзын ойоштороу инициаторы була һәм унан Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре союзы съезына (Мәскәү, дек.) делегат итеп һайлана. Думала мосолман хеҙмәтсәндәре фракцияһы рәйесе, аҙыҡ‑түлек комиссияһы ағзаһы. Мосолман балаларын башланғыс кластарҙа урыҫ телендә уҡытыуға һ.б. ҡаршы сығыш яһай. “Дума” (С.‑Петербург, 1907 й. апр. — майы) гәз. мөхәррире. 1911 й. мартында мосолман гәзиттәренең береһендә революцион йөкмәткеле мәҡәлә баҫтырып сығарған өсөн хөкөм ителә, 1912 й. майына тиклем Ҡазан губерна төрмәһендә һаҡ аҫтында була. Һуңыраҡ Ҡазанда страховкалау агенты булып эшләй. 1914 й. сент. милләтселекте пропагандалаған өсөн Ырымбур ҡ. полиция күҙәтеүе аҫтына ебәрелә. 1917 й. мартында Рәсәй мосолмандарының Ваҡытлы үҙәк бюроһы (Петроград), 1918 й. ғин.—апр. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли идаралығы (ҡара: Милләт мәж­лесе) ағзаһы. Артабанғы йылдарҙа Ҡазандың дәүләт һәм хужалыҡ органдарында эшләй. 

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин