ХӘСӘНОВ Марс Мәғнәүи улы (22.5. 1955, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), физик­теоретик. БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), техник ф. д‑ры (1992),проф. (1994). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2016). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1978 й. алып Химия ин‑тында, 1981 й. – ӨДНТУ‑ла, 1993 й. – “ЮганскНИПИнефть” ЯСЙ‑ның Өфө филиалында эшләй. 2002 й. башлап Мәскәүҙә: “ЮКОС ЭП” ЯАЙ‑нда, 2005 й. алып «“Роснефть” нефть компанияһы» ААЙ‑нда фәнни эштәр б‑са директор. 2011 й. — “Газпромнефть НТЦ” ЯСЙ‑нда ген. дир. (С.‑Петербург). Фәнни тикшеренеүҙәре шыйыҡлыҡ һәм газ механикаһына, ҡатмарлы системаларҙың моделдәрен әҙерләү һәм улар м‑н идара итеүгә арналған. Х. тарафынан нефть һәм газ сығарыуҙың күп фазалы, күп компонентлы системаларының, үтеүе ауыр булған бүлгеләнгән ҡатламдарҙы үҙләштереү моделдәре; нефть сығарыу системалары м‑н идара итеүҙең компьютер технологиялары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60‑ҡа яҡын уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Разработка нефтяных месторождений. В 4 т. Т.1. М., 1994 (авторҙ.); Нелинейные и неравновесные эффекты в реологически сложных средах. М.; Ижевск, 2003 (авторҙ.); Моделирование процессов нефтегазодобычи. Нелинейность, неравновесность, неопределённость. М.; Ижевск, 2005 (авторҙ.).

Р.Н.Бәхтизин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов