ХӘСӘНОВ Мөхәмәтсабир Мөхәмәтйән улы (1866—1922, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1924), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң шунда уҡ уҡыта. 1903 й. алып Өсөнсө йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы (ҡара: Өфөләге мәсеттәр), “Хәсәниә” мәҙрәсәһе мөҙәрисе. Дәүләт дума­һының мосолман фракцияһына ингән. 1908 й. “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиәәл‑Ырынбургиә” ж. баш мөхәррире. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан мосолмандарының Баш Диниә назараты (ҡара: Диниә назараты) составына һайлана, 1918 й. апр. ағзалыҡтан баш тарта. 

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин