ХӘСӘНОВ Радмир Әнүәр улы (15.10. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Елембәт а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1996). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). РФ Журналистар союзы (2016), Яҙыусылар союзы (2017) ағзаһы. БДМИ‑ны (1981), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ‑н филиалын (Өфө, 2000) тамамлаған. 1981 й. алып БДМИ­ла эшләй. 1988 й. башлап “Витадент” Халыҡ‑ара концерны (Өфө) ген. дир., бер үк ваҡытта 1994—2002 йй. Респ. стоматология поликлиникаһының баш табибы. Фәнни эшмәкәрлеге консервацияланған аллоген теш трансплантаттарын күсереп ултыртыу өсөн технологиялар, инструменттар, эретмәләр эшләүгә арналған. Х. тарафынан денталь имплантат эшләнә, уның ҡатнашлығында өҫкө яңаҡ ҡыуышлығының перфорацион тишеген ябыу һәм теш яралғыларын консервациялау ысулдары уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы. БР Стоматологтар ассоциацияһы президенты (2000—08). БР Дәүләт Йыйылы­шы — Ҡоролтайҙың 3‑сө һәм 5‑се саҡырылыш депутаты. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1985).

Хеҙм.: Стоматологическая помощь в Республике Башкортостан, перспективы развития. Уфа, 1996 (авторҙ.); Пересадка зубов. Уфа, 2004. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина