ХӘСӘНОВ Рим Мәхмүт улы (9.3. 1947, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Языков а.), композитор. БР‑ҙың халыҡ артисы (2017), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1979). Композиторҙар союзы ағзаһы (1974). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; К.М.Лакин һәм З.Ғ.Исмәғилев класы) 1978 й. тиклем БАДТ‑ла музыка бүлеге мөдире. Сағыу мелодик һәләткә эйә. Х. ижадына үҙенсәлеклелек, стилистик һәм жанрҙар төрлөлөгө хас. Әҫәрҙәре араһында “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1978, башҡорт халыҡ легендалары б‑са үҙ либреттоһы), “Телһеҙ” [“Немой”; 1991, М.Горькийҙың “Телһеҙ. Башҡорт легендаһы” (“Немой. Башкирская легенда”) әҫәре б‑са үҙ либреттоһы] балеттары, “Прометей” (1980), “Сибай” (1984) симфоник поэмалары, Фп. һәм оркестр өсөн концерт, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн Ф.Кәрим шиғырына “Һалдат һүҙе” балладаһы (икеһе лә – 1973), Концерт маршы (1978), “Шәжәрә” ораторияһы (“Родословная”; 1973) һәм Ғ.Ғ.Шафиҡов һүҙҙәренә “Башҡортостан” кантатаһы (1979). Х. ижадында үҙенсәлекле вокаль музыка төп урынды алып тора: Р.Ғ.Аҙнағолов шиғырҙарына “Шиғриәт йондоҙо” одаһы (1982), “Егет йыры” (1977), үҙ шиғырына “Башҡорт ере” (“Край башкирский”; 1973) хорҙары (a capрella), Н.Нәжми шиғырына “Ҡайт, ҡыҙым, тыуған яғыңа” вокаль циклы; 800‑ҙән ашыу йыр һәм романстар [Н.Нәжми шиғырҙарына “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, Р.Н.Хананнов шиғрына“Өфө — Урал ынйыһы” (“Уфа — жемчужина Урала”) һ.б.]. Камерный инструменталь музыкала ҙур формаларға өҫтөнлөк бирә: һуҡма ҡоралдар һәм орган өсөн “Катастрофа. 4 июнь” сюитаһы (“Катастрофа. 4 июня”; 1989), Виолончель һәм фп. өсөн соната (1973) һ.б. Уның балалар музыкаһы йырҙар, хор әҫәрҙәре һәм фп. өсөн пьесаларҙан ғибәрәт. Башҡорт драма театрында ҡуйылған А.Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” повесы, Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектаклдәргә (икеһе лә — Р.В.Исрафилов ҡуйған) һ.б.; Салауат драма театрында — Н.Ғәйетбайҙың “Яр ситендә”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са “Салауат” спектакленә һ.б.; Сибай драма театрында — Р.Ҡол‑Дәүләттең “Тышаулы өйөр”, И.Х.Йомағоловтың “Семәрле тәхет” спектакленә һ.б.; Стәрлетамаҡ драма театрында — Б.З.Рафиҡовтың “Париж башҡорто”; Урыҫ драма театрында — М.Кәрим пьесаһы б‑са “Ҡыҙ урлау”, В.Г.Распутиндың “Йәшә һәм хәтереңдә тот” (“Живи и помни”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектаклгә; Ҡурсаҡ театрында ҡуйылған Т.Ғ.Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” һ.б. театрҙар спектаклдәренә; “Стәрлетамаҡ” т/ф һәм “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) нәфис фильмына (Ю.А.Якушев м‑н авторҙашлыҡта; икеһе лә – 1980) һ.б. музыка авторы. 20‑гә яҡын пьеса, башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә яҙылған 450‑нән ашыу шиғыр (бер өлөшө инглиз, немец һәм украин телдәренә тәржемә ителгән) авторы. Ғ.Сәләм ис. пр. (1976), ТР‑ҙың Ғ. Туҡай ис. Дәүләт пр. (2009) лауреаты. 2015 й. Благовар р‑нында “Сәскәләр уяныр” Асыҡ район композитор Р.Хәсәнов йырҙарын башҡарыусылар фестиваль‑конкурсы булдырыла.

Әҫәрҙ.: Өфө йүкәләре. Өфө, 1979; Ҡоштар осорам. Өфө, 1987.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова