ХӘСӘНОВ Ринат Шәймулла улы (1.1.1947, ТАССР‑ҙың Баулы ҡсб), балалархирургы.Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ‑тың (1994) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1989) һәм БР‑ҙың (2003) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй. 1978 й. алып Баймаҡ район дауаханаһының баш табибы,1983 й.— Өфөнөң 21‑се дауаханаһында баш табип урынбаҫары, 1984 й. — баш табип, 2008 й. — Респ. балалар клиник дауаханаһында дир., 2013 й. башлап БР Милли мед. палатаһы вице‑президенты, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Вәкилдәр палатаһының соц. мәсьәләләр, ғаилә һәм әсәлек, һаулыҡ һаҡлау ком‑ты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының киҫкен хирургик ауырыуҙарын диагностикалауға һәм дауа­лауҙы камиллаштырыуға арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се, 2‑се, 4‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Ошибки и организация хирургической помощи новорождённым с пороками развития. Уфа, 1997 (авторҙ.); Врождённые диафрагмальные грыжи у детей. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2000 (авторҙ.); Оценка экономической эффективности лечения детей с эмпиемой плевры в государственных учреждениях здравоохранения. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина