ХӘСӘНОВ Хәмит Кәли улы [10.10. 1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 28.12.1983, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1952). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1932) БНИИСХ‑ла эшләй: 1937 й. тиклем һәм 1978— 81 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р; 1937 й. алып бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1950 й. башлап фән б‑са дир. урынбаҫары; 1952 й. алып Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү баҫыусылыҡ тәж. ст. дир.; 1956 й. башлап тупраҡ эшкәртеү машиналары һәм ҡоралдары лаб. дир., 1961 й. — мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың ауыл хужалығы зоналарында ер эшкәртеү, сәсеү, бесән йыйыу ҡоралдарын һәм машиналарын камиллаштырыуға арналған. Х. тарафынан респ. тәүге тапҡыр яңы а.х. ҡоралдарын файҙаланып ҡара тупраҡты тәрән һөрөү, йоҡа ҡатламлы тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү һөҙөмтәлелеге нигеҙләнгән. Башҡ‑н а.х. ғилми‑техник йәмғиәтенең идара рәйесе (1955—80). 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1956), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Система ведения сельского хозяйства Башкирской АССР. Уфа, 1960 (авторҙ.).

З.И.Сарбаева

Тәрж. А.Н.Күсеев