ЯҢЫ БИККЕНӘ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рапат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 63 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 703 кеше; 1920 – 946; 1939 – 374; 1959 – 412; 1989 – 262; 2002 – 249; 2010 — 211 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Биккенә а. (хәҙ. Иҫке Биккенә а.) типтәрҙәре нигеҙ һала. 1865 й. 53 йортта 286 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән теркәлгән. Р.Ф.Йыһанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов