ХӘСӘНОВА Винира Ғиниәт ҡыҙы (15.2.1948, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2005) һәм атҡ. (1993) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) 2012 й. тиклем Салауат драма театры актрисаһы.

Актрисаға дәртлелек, тәьҫирлелек хас, геройҙарын аныҡ характеристикалар м‑н сағылдыра. Репертуары күбеһенсә драматик яҡтан көсөргәнешле: Анника [Э.Раннеттың “Юлдан яҙған бала” (“Блудный сын”) пьесаһы б‑са “Юғалған яҙмыш” спектакле], Ғәлиә (“Таштуғай”, Ф.М.Бүләков), Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов); психологик яҡтан ҡатмарлы ролдәрҙән тора: Миләүшә (“Миләш‑Миләүшә”), Рәғилә (“Зәйтүнгөл”; икеһе лә — Н.Асанбаев), Ҡәҙриә (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин). Х. комик ролдәре халыҡ юморы, көнкүреш деталдәрен урынлы ҡулланыу м‑н айырыла: Бибиғәйшә (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт; дебют, 1974), Фатима (“Бабай урлау” һәм “Әбейҙәргә ни етмәй”; икеһе лә — Бүләков), Фәрихә (“Ендәрем, өйҙәштәрем”, Р.М.Кинйәбаев), Әбей [С.Л.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”) пьесаһы б‑са “Аҫты өҫкә килгән донъя” спектакле] һ.б.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова