ЯҢЫ БОҪҠАҠ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 44 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 174 кеше; 1939 — 294; 1959 — 254; 1989 — 119; 2002 — 113; 2010 — 90 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1914 й. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Боҫҡаҡҡуян а. (хәҙ. Иҫке Боҫҡаҡ а.) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов