ХӘТИРӘ, башҡорт фольклорында яңыраҡ булған һәм хәҙ. реаль ваҡиғалар т‑дағы йыш ҡына уйҙырма элементтар м‑н байытылып телдән һөйләнгән хикәйә‑иҫтәлек. Ябай хикәйәнән билдәле бер урында йәшәгән халыҡ араһында таралған булыуы м‑н айырыла. Хикәйәләү ғәҙәттә ваҡиғаны күргән‑белгән йәки унда ҡатнашҡан кеше исеменән алып барыла. Х.

соц. яҡтан әһәмиәтле күренештәр – Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һ.б. (“Билдәһеҙ ҡыҙылармеец”, “Ҡантүбә”, “Әбделхаҡтың батырлығы” һ.б.), мажаралы йәки драматик көнкүреш ваҡиғалары (“Тимербай батыр”, “Әхмәтша йырсы”, “Сафа менән Иван Поддубный” һ.б.) тасуирлана. Ваҡыт һынауҙарын үткән Х. риүәйәткә әйләнә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады. Өфө, 1982; Нәҙершина Ф.А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов