“ХӘТИРӘ”, башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. С.Ғәбәши яҙып ала, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Артабанғы варианттары З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына. Шаян таҡмаҡ. Ғашиҡ булған егеттең монологы рәүешендә төҙөлгән шиғри тексында Хәтирә исемле ҡыҙҙың матурлығына дан йырлана. Көй лады мажор пентатоникаһына ҡоролған, ике бөгөлөштән тора: беренсе бөгөлөштөң ике тапҡыр ҡабатланған ике такты икенсе бөгөлөштөң ике ҡат ҡабатланған өс такты м‑н тиңләшә. Йырҙы Әхмәтов хор, тауыш һәм фп. өсөн, Д.Д.Хәсәншин хор (a cappella) өсөн эшкәртә. “Х.” көйө Р.Ә.Мортазиндың 2‑се симфонияһында ҡулланыла.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова