“ХӘТИРӘ”, Белорет р‑ны Сермән а. мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле. 1987 й. ойошторола. 2003 й. “халыҡ” исемен ала. 1999—2009 йй. “Х.” эргәһендә халыҡ ҡоралдары ансамбле (етәксеһе В.М.Бикбаева) эшләй. “Х.” репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары (“Байыҡ”, “Душа мой”, “Йыуаса”, “Ҡара тауыҡ”, “Ҡыраҡа тауы”, “Үткән ғүмер”), бәйеттәр, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, бала тыуыуға бәйле йолаларҙы, туй йолаларын, халыҡ уйындарын тергеҙеүсе театрлаштырылған тамашалар һ.б. бар. Халыҡ‑ара фольклор коллективтары фестивалендә ҡатнаша (Париж, 1997). Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Башҡортостан аҫылташтары” Респ. халыҡ ижады фестивале дипломанты (Өфө, 2002). Художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ә.М. Иҙиәтуллина, К.М.Миһранова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов