ЧАЙКОВСКИЙ П.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘСКӘҮ КОНСЕРВАТОРИЯҺЫ ЭРГӘҺЕНДӘГЕ БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ, 1932 й. Ғ.С.Әлмөхәмәтов инициативаһы б-са башҡорт опера йырсыларын һәм композиторҙарын әҙерләү өсөн асыла (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә урынлашҡан). Вокал һәм композитор (1936 й. башлап) бүлектәре була. Вокал бүлеге студенттарын уҡытыу махсус программалар б-са алып барыла: вокалды, дөйөм һәм махсус муз.-теоретик фәндәрҙе уҡытыу милли интонация үҙенсәлектәрен өйрәнеү, халыҡ йырҙарынан һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән уҡыу һәм башҡарыу репертуарын төҙөү м-н берләштерелә. Консерваторияның Бәләкәй залында, Совет композиторҙары союзында асыҡ концерттар, Опера студияһында, радиола сығыштар ойошторола. Педагогтар араһында Ҡ.Ғ.Бәкеров, М.В. Владимирова, Е.В.Енохович, Б.П. Кацева, Е.А.Милькович, Н.И. Сперанский була. Студияны тәүге тамамлаусылар Б.Н.Вәлиева, Ш.В. Вәлиәхмәтова, В.Н.Галкин, М.Я. Ғабдрахманова, Х.Л.Ғәлимов, З.З.Илбаева, О.Я. Калинина-Сыртланова, М.Ф. Мәҡсүтова, Ғ.С.Хәбибуллин (бөтәһе лә — Милькович класы) Башҡорт опера театрындағы (ҡара: Опера һәм балет театры) беренсе труппаның нигеҙен тәшкил итә. Студияла З.Н.Ғәйнетдинова, М.Ғ.Ғәлиев, Ш.З.Ҡолбарисов, Х.И.Ҡудашев, Х.Й. Мәжитов, Д.Д. Нурмөхәмәтова, Ғ.З.Сөләймәнов, А.В.Сутягин, М.Х. Хисмәтуллин, С.Д. Хөснийәров, Ә.С.Шайморатова, М.Ә. Әхмәтйәнова, Х.Ф. Әхмәтов һ.б. уҡый. Композитор бүлеге педагогтары араһында А.Н. Александров, В.А.Белый, Г.И. Литинский, Е.О.Месснер, В.Г.Фере, Ю.М. Яцевич була. Бында төрлө йылдарҙа Р.Л.Ғәбитов, Х.Ш.Заимов, Ш.Ш. Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Р.В. Сәлмәнов һ.б. уҡый. 1948 й. студия ябыла.

Әҙәб.: Хөснийәров С.Д. Иҫтә, һаман да иҫтә...: иҫтәлектәр. Өфө, 1996; Ланге В.К. Башкирский государственный театр оперы и балета в годы Великой Отечественной войны Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.

Г.А.Ҡормашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова