ЧАНБАРИСОВ Шәйхулла Хәбибулла улы (9.5.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Иҫке Бүздәк а., — 4.10.1996, Өфө), педагог. Тарих ф. д-ры (1975), проф. (1975). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1937). 1939 й. алып (өҙөклөктәр м-н) БДУ-ла эшләй: 1951 й. башлап марксизм-ленинизм каф. мөдире, 1954—81 йй. ректор. 1952—53 йй. КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-тында фән бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре педагогика, университет белемен ойоштороу тарихы проблемаларына арналған. 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943), Александр Невский, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1945), “Почёт Билдәһе” (1961, 1967) орд. м-н бүләкләнгән. Өфөлә Ч. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Формирование советской университетской системы. М., 1988.

Әҙәб.: Ергин Ю.В. Портреты: деятели народного образования Башкирии. Уфа, 2008.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина