ЧАНЫШ (Чанышев) Әмир Иҙрис улы [15.1.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Павловский ҡсб (Силәбе өлк. Бреды р-ны) — 4.4.1996, Өфө], яҙыусы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1932) Башҡ-н милли мәҙәниәт ҒТИ-нда эшләй: ғилми секретарь (1932 й. һәм 1933 й.), дир. вазифаһын башҡарыусы (1932—33), дир. урынбаҫары (1933) һәм сектор мөдире (1933—35). 1939—42 йй. һәм 1945—54 йй. БДУ-ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1945 й. алып филол. ф-ты деканы, 1957—77 йй. уҡытыусы; 1954 й. башлап Бөрө пед. ин-тында эшләй, 1955—57 йй. Чарджоу пед. ин-тының урыҫ теле һәм дөйөм тел ғилеме каф. мөдире. “Юлда” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1930 й. сыға. Ч. ижадына темаларҙың төрлөлөгө, фольклор мотивтарына мөрәжәғәт итеү хас. “Әптүк” (1935), “Әрем сәскәһе” (1978), “Бер йотом һыу” (1986) хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Күңел түрендә” (1983) автобиографик повесы һ.б. авторы. “Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө” (1976; урыҫса тәржемәһе 1978) романында, “Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп...” (1982) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаттарының, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығы һәм ҡаһарманлығы данлана. Фәнни хеҙмәттәре М.Ғафури, М. Кәрим, Р.Ниғмәти һ.б. ижадына, урыҫ һәм башҡорт әҙәбиәттәренең бәйләнешен өйрәнеүгә арналған. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 2 томда; 1963—1966) баҫмаһы автор­ҙарының береһе; урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр, вуздар өсөн уҡыу әсбаптары авторы. Шулай уҡ әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м-н бүләк­ләнгән. Өфөлә Ч. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов