ЧАНЫШЕВ Ринат Риян улы [23.7. 1953, Салауат эшселәр ҡсб (Ишембай ҡ.), хәҙ. Салауат ҡ.], инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2003). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1975) Өфөлә эшләй: 1981 й. тиклем “Эре панелле йорттар төҙөү” тресында (1979 й. алып производство­технология комплектациялау идаралығы баш инженеры), 1981 й. — ВЛКСМ-дың Октябрь район ком-ты 1-се секретары. 1983 й. — “БашкирБАМстрой” эре панелле йорттар төҙөү тресының Зея төҙөлөш идаралығы нач. (Амур өлк.); 1985 й. — ӨНИ эргәһендәге “Уфареактив” аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар эксперименталь-тәж. з-ды баш инженеры, 1991 й. башлап “Реактив” Дәүләт инженерлыҡ үҙәгендә ген. дир. урынбаҫары, 2008 й. алып ӨДНТУ-ның Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ-нда дир. (бөтәһе лә — Өфө). Фәнни-производство эшмәкәрлеге аҙ күләмле химия продукттарын, айырыуса таҙа реактивтарҙы һәм композицион материалдарҙы етештереүҙең инновацион технологияларын эшләүгә һәм индереүгә, Башҡортостанда фән һәм техника үҫеше тарихын өйрәнеүгә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Глицерин. Методы получения, промышленное производство и области применения. М., 2003 (авторҙ.); Биологически активные производные глицерина. М., 2003 (авторҙ.); История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов. М., 2003 (авторҙ.).

Ф.Н.Латипова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов