ЧАНЫШЕВ Әҙеһәм Миҙхәт улы (27.9.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ Ямы а., хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Юлыҡ а., — 7.2.1985, Сибай ҡ.), педагог. Юлыҡ мәҙрәсәһен (1916), Верхнеурал реаль уч-щеһын (1919) тамамлаған. 1919 й. алып Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡытыусы. 1930—32 йй., 1942—53 йй. Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1934 й. башлап 1-се урта мәктәп (1937—41 йй. дир. урынбаҫары), 1953 й. — эшсе йәштәр мәктәбе (икеһе лә — Баймаҡ ҡ.), 1958 й. — 4-се тулы булмаған урта мәктәп дир., 1960—62 йй. 7-се урта мәктәп (икеһе лә — Сибай) дир. урынбаҫары. Ленин (1946), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1951) орд. м-н бүләкләнгән.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина