ЧАПЛИЦ Владимир Николаевич (18.5.1874, Полтава губ. Ромны ҡ. — 1949, Өфө), архитектор. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (яҡынса 1948). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Гражданлыҡ инженерҙары ин-тын тамамлағандан һуң (1899) Рәсәй ЭЭМ-ының Техник-төҙөлөш ком-ты (икеһе лә — С.-Петербург) инженеры, 1899—1917 йй. Өфө губ. һәм Турғай өлк. уҡыу һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары биналарын төҙөүҙә куратор була. 1907 й. алып Өфөлә йәшәй. 1918 й. башлап архитектура һәм төҙөлөш идаралығы органдарында эшләй: 1935 й. алып РСФСР Дәүләт контроленең БАССР төҙөлөшө б-са идаралығы нач. урынбаҫары, 1939 й. — БАССР ХКС-ының капиталь төҙөлөш б-са консультанты, 1946 й. — “Башпроект” (ҡара: “Башкиргражданпроект”) проект­лау-планлаштырыу тресының архитектура-проект секторы нач.; бер үк ваҡытта 1924— 30 йй. Өфө урман техникумында уҡыта.

1900—17 йй. Ч. тарафынан байтаҡ проекттар эшләнгән, улар б-са Өфө, Пермь, Ырымбур губ. 20-нән ашыу йәмәғәт һәм торлаҡ бина, ш. иҫ. Өфө уҡытыусылар институты, реаль уч-ще (Бәләбәй ҡ.), ҡыҙ балалар гимназияһы (Стәрлетамаҡ ҡ.) биналары төҙөлгән, Коммерция училищеһы, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы биналары һ.б. реконст­рукцияланған. 1920—30 йй. Башҡортостанда төҙөлөш проекттарына экспертиза үткәргән. БАССР Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе. Ҡулға алынған (1919 й. мартынан 1920 й. ғин. тиклем төрмәлә ултырған).

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и со­временность. Уфа, 1998; Строительный комплекс Республики Башкортостан. Уфа, 2004.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова