ЧАРИКОВ Владимир Петрович (23.10.1949, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1992). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (1998). П.Ф.Лесгафт ис.

Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1977). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1967—70) һәм армия спорт клубы (Куйбышев ҡ., 1970—72) командалары өсөн уйнай. 1972 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР-ы тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987 й. “Зенит” ДСО-һының Үҙәк советындағы үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1991 й. башлап “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш администраторы, 1999—2010 йй. начальнигы. Ч. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР-ының үҫмерҙәр командаһы — СССР беренселегенең көмөш призёры (1988), “Салауат Юлаев” хоккей клубы Рәсәй чемп. (2008), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—96), Рәсәй (1997) һәм Континенталь хоккей лигаһы (2010) чемпионаттарының бронза призёры була. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.А. Емелин, ш. уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. М.Н.Моратшина