“ЧАРОДЕЙКА” Өфө косметика фирмаһы, ААЙ. Парфюмерия-косметика изделиелары етештерә. Составына йыуыу саралары етештереү цехы; әҙер продукция, сеймал һәм материалдар склады инә. 2009 й. 19 кеше эшләгән; 168 т йыуыу, 798 т сәс тәрбиәләү саралары етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла.

1977 й. ойошторола, 1980 й. Бөтә Союз парфюмерия-косметика изделиелары, синтетик хуш еҫле матдәләр һәм эфир майҙары етештереү сәнәғәте берекмәһенең Өфө косметика фабрикаһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов