ЧАРЫЕВ Курбандурды (4.12.1941, Байрам-Али ҡ. — 7.2.2011, Өфө), театр рәссамы. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). А.М.Горький ис. Төркмән ун-тын тамамлаған (Ашхабад ҡ., 1971). 1979 й. К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко ис. Мәскәү музыка театрында стажировка үтә. 1977 й. алып Төркмән йәш тамашасылар театры актёры, 1979 й. — художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире (1986—88 йй. дир. урынбаҫары), 1981 й. — Төркмән опера һәм балет театрының художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире (икеһе лә — Ашхабад); 1985 й. һәм 1988 й. алып БДОБТ-тың, 1989 й. — Респ. урыҫ драма театрының, 1990 й. — Йәш тамашасылар театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры; бөтәһе лә — Өфө) художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире, 1995 й. апр.—авг. Салауат баш­ҡорт драма театрының баш рәссамы. 1995 й. нояб. (өҙөклөк м-н) БДОБТ-тың ҡуйыусы рәссамы. 1998 — 2000 йй. БР Милли Йәштәр театрының баш рәссамы.

Ч. ижадына шартлылыҡ һәм символиканы ысынбарлыҡ м-н берләштереү хас. Уның сценографияһы конструктив асыҡлыҡ һәм композицион бөтөнлөк, музыка, актёрҙың уйнауы һәм яҡтылыҡтың хәл ителеше тығыҙ бәйләнештә булыуы м-н айырыла. Сәхнәне биҙәүҙә концептуаль сәнғәт принциптарын файҙалана, бының һөҙөмтәһендә функциональ деталдәр, үҙгәрә барып, тәрән мәғәнәғә эйә була. БР Милли Йәштәр театры, “Нур” театры, Салауат башҡорт драма театры, Сибай башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Туймазы татар драма театры һ.б. сәхнәләрендә 50-нән ашыу спектаклде биҙәгән. Опера һәм балет театрында С.Ә. Низаметдиновтың “Mеmentо” һәм “Ай тотолған төндә”, П.И.Чайковскийҙың “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”), Дж.Вердиҙың “Травиата” һәм “Трубадур” һ.б. опера спектаклдәренә декорациялар ижад иткән.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова