ЧАСОВНЯЛАР, христиандарҙың ҙур булмаған ғибәҙәт ҡоролмалары. Торама пункттарҙа сиркәү йәки ижт. тормоштағы әһәмиәтле ваҡиғалар хөрмәтенә, емерелгән сиркәүҙәр урынында, мөғжизәле иконалар табылған ерҙә, ҡөҙрәтле сығанаҡтар өҫтөндә һ.б. төҙөлә. Бағана, зыярат, иҫтәлек, өй, өй алды, урам, шишмә өҫтө, юл буйы, ябыҡ, ялан Ч. айырыла.

Өфө епархияһында Ч. 17 б. аҙ. алып төҙөлә башлай. 1920 йй. Өфө губернаһында уларҙың һаны 300-гә яҡын була, совет власы йылдарында күбеһе емерелә. 21 б. башына кирбес Ч. һаҡланып ҡала: 20 б. башында Изге Сергий кафедраль соборы терр-яһындағы ағас сиркәү урынында төҙөлгән Михаил Архангел (Сергий) Ч., Бәләбәй ҡ. ҡыҙ балалар гимназияһы терр-яһында торған ҡорам иҫтәлегенә Михаил Архангел Ч. (1890 йй. нигеҙ һалына), Ауырғазы р-ны Никольск а. бағана Ч. (20 б. башы, икеһе лә — архитектура ҡомартҡылары), Балаҡатай р-ны Ҡарлыхан а. зыярат Ч. һәм Благовещен р-ны Христолюбово а. Ч. (20 б. башы; тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы) һ.б. Өфөлә 1886—90 йй. Үрге Сауҙа майҙанында Өфөнөң 300 йыллығы хөрмәтенә һәм император Александр II иҫтәлегенә тө­ҙөлгән Александр Невский Ч.; Николай майҙанында (хәҙ. Тракт урамы) Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы м-н тәре йөрөшөваҡытында ғибәҙәт ҡылыу өсөн Николай Ч. (19 б. төҙөлгән); Воскресение кафедраль соборы эргәһендәге Өфө губ-ры Н.М.Богданович үлтерелгән ерҙә Николай Ҡанындағы Ч. (1903—05); Ҡазан трактында Яңы Иваново (Скорбященский) зыяраты (хәҙ. Еңеүҙең 50 йыллығы скверы) янындағы тәре йөрөшө Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы м-н осрашҡан урында бағана Ч. (19 б. башы); Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастыры эргәһендә Успение Ч.; Илья сиркәүе янында үләт зәхмәте туҡталыуға бәйле төҙөлгән Фролов Ч. (1811, 1841 й. башлап таш); Спас сиркәүе манараларының береһендә ошо ерҙә торған ҡорам иҫтәлегенә урынлаштырылған Спас Ч.; ш. уҡ Губ. земство дауаханаһы (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) эргәһендә ағас Ч. эшләй. 20 б. башында Бөрө ҡ. 4 (Покров, Илья, Николай, Спас), Златоуст ҡ. 12 Ч. билдәле була. Шулай уҡ Георгий ҡатын-ҡыҙҙар монастырындағы Ч. (ағас, 1902 й. төҙөлгән); Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы табылған урындағы Ч., Бөрөөйәҙе Николо-Берёзовка а. пристандә иконаны бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Фёдоровна осрат­ҡан ерҙәге Ч.; Бәләбәй өйәҙе Рәбаш а. урындағы хөрмәтләнеүсе Тихвин Божья Матерь иконаһы табылған ерҙә 8 ҡырлы шишмә өҫтө Ч.; Табын Божья Матерь иконаһы табылған урында өй алды Ч.; 1861 й. крәҫтиәндәрҙе крепостной бойондороҡлолоҡтан азат итеү хөрмәтенә Стәрлетамаҡөйәҙе Архангел а. сиркәүенең ҡоймаһындағы, Златоуст өйәҙе Йүрүҙән заводы ҡасабаһындағы иҫтәлек Ч. һ.б. билдәле. Богородский-Өфө сиркәүе янында Илья, Крестово-По­гребальный (икеһе лә — 1991), изге шишмәләге Богородский (1993) Ч.; Иглин р-ны Иглин а. Ч. (1993); Благовещен р-нында Успение Изге Георгий монастырындағы элекке Ч. урынында иҫтәлекле Иверия һәм изге шишмәләге Ч. (икеһе лә — 2002); Ишембай ҡ. (1990 йй.), Краснокама р-ны Николо-Берёзовка (1993—94), Ауырғазы р-ны Наумкин (2005) аа., Бәләбәй р-ны Приют ҡала тибындағы ҡасабаһының (2009—10) зыяраттары эргәһендә Ч., Өфөнөң Көньяҡ зыяраты янында Скорбященский Ч. (2007—08); Йәрмәкәй р-ны Кожай ­Максим а. (2006) һәм Яңауыл ҡ. емерелгән сиркәүҙәр урынында Ч.; Дыуан р-ны Мәсәғүт а. эргәһендәге Илья пәйғәмбәр ҡатын-ҡыҙҙар монастыры скитында Ч.; Ишембай р-ны Скворчиха, Балтас р-ны Ҡурас, Благовещен р-ны Трошкин аа. шишмә өҫтө Ч.; Өфөлә һәм Өфө р-ны Подымалово а. өй Ч.; Өфө р-ны Шмидт а. урам Ч. һ.б. төҙөлә. 2010 й. Өфө епархияһында 30-ға яҡын Ч. иҫәпләнә.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина