ЧВАНОВ Михаил Андреевич (25.7. 1944, БАССР-ҙың Салауат р-ны Иҫке Михайловка а., хәҙ. БР-ҙың шул уҡ р-ны Малаяҙ а.), яҙыусы. РФ-тың (2002), БР-ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре, СССР-ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).

БДУ-ны тамамлағандан һуң (1967) “Ленинец” гәз. бүлек мөдире, 1975 й. алып Башҡ-н китап нәшриәте хеҙм-ре, 1978—82 йй. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1992 й. башлап С.Т. Аксаков йорт-музейы (Өфө) директоры. “Башҡортостан: бәхетле 13 сәфәр” (“Башкирия: 13 счастливых дорог”) исемле тәүге очерктар китабы 1973 й. сыға. “Штурман Альбановтың сере” (“Загадка штурмана Альбанова”; 1981) романы, “Бала саҡҡа билет” (“Билет в детство”), “Китәм, хушлашмайым” (“Ухожу, не прощаюсь”; икеһе лә — 1980), “Өҙөлгән меридиан” (“Разорванный меридиан”; 1989) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Дүртәүҙән-дүртәү тауҙар араһында” (“Четверо наедине с горами”; 1977) хикәйәләр йы­йынтығы, “Ер йөҙөндәге шатлыҡтарҙы алып китмәйем мин...” (“Не унесу я радости земной”; 1978) очерктар китабы һ.б. авторы. Ч. ижадына лиризм м-н публицистиканың ҡушылыуы, хәҙ. йәмғиәт проблемалары т-да фәлс. уйланыу хас. “Башҡортостанда Аксаков булған урындар” (“Аксаковские места в Башкирии”; 1976), “Әгәр балалар кеүек булмаһағыҙ...” (“Если не будете как дети...”; 1990), “Тамырҙар һәм олон: мин Аксаковта булдым” (“Корни и крона: я был в Аксакове”; 1991) һ.б. әҫәрҙәре С.Т.Аксаковтың һәм уның улдары К.С. һәм И.С. Аксаковтарҙың (ҡара: Аксаковтар) тормошо һәм ижадына арналған. “Ваҡыт Йылғаһы үренә табан” (“Вверх по Реке Времени”; 2009) повестар һәм хикәйәләр йыйынтығында яҙыусы урыҫ милли рухиәтенең сығанаҡтарын асып бирә. Ч. әҫәрҙәре башҡорт теленә Р.Ф.Байбулатов тарафынан тәржемә ителгән. Спелеологик экспедиция составында Сумған мәмерйәһен һ.б. өйрәнеүҙә ҡатнаша. Аксаков фондына (1992) нигеҙ һалыусы һәм рәйесе. Ғ. Сәләм ис. (1982), В.П.Бирюков ис. (1980), К.Симонов ис. (2000), С.Т.Аксаков ис. (2002) пр., Рәсәйҙең Ҙур әҙәби пр. (2006), Э.Володин ис. “Империя мәҙәниәте” пр. (2009), “Алтын витязь” Халыҡ-ара әҙәби форум пр. (2014) лауреаты. Почёт (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) орд. м-н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Я сам иду на твой костёр: повесть. Уфа, 1982; Время Концов и Начал: повесть, рассказы, публицистика. Уфа, 1994; Русский крест. М., 2010. Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов