“ЧЕБУРАШКА”, Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының ҡурсаҡ театры. 1963—2016 йй. эшләй. Салауат ҡ. урынлашҡан. 2-се урта мәктәптә “Петрушки” ҡурсаҡ түңәрәге булараҡ ойошторола, 1965 й. алып ҡурсаҡ театры, 1973 й. башлап “Ч.” ҡурсаҡ театры, 1977 й. “өлгөлө” исеме бирелә.

Тәүге постановкаһы — В.Н. Крамаренконың (ойоштороусы) “Батша улы Иван һәм Мәскәй әбей” (“Иван-Царевич и Баба-Яга”) спектакле. Коллектив составында 10—17 йәшлек 30-ға яҡын кеше була.

“Ч.” репертуарына В.В.Орлов м-н С.А.Когандың “Күңелле маскарад” (“Весёлый маскарад”), Орловтың “Алтын себеш” (“Золотой цыплёнок”), Когандың “Толомҡай, Төлкөкәй һәм Шырпыҡай” (“Косичка, Лисичка и Спичка”), Э.Н. Успенскийҙың “Чебурашка һәм уның дуҫтары” (“Чебурашка и его друзья”) спектаклдәре; иҫтәлекле даталарға арналған театрлаштырылған тамашалар [“Беренсе тапҡыр — беренсе класҡа” (“Первый раз — в первый класс”), “Көлкө көнө” (“День смеха”), “Балаларҙы яҡлау көнө” (“День защиты детей”)] һ.б. инә. Ролдәрҙе Салауат мәктәптәре уҡыусылары башҡара. Постановкаларҙы Крамаренко, БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре В.И.Кравченко әҙерләй; художестволы биҙәү м-н С.В.Бледных, Р.Ғ. Нагаев, Ю.М.Скорняков шөғөлләнә; муз. яҡтан А.А.Столяров биҙәй. “Яңы быуат таланттары” (“Таланты нового века”) Асыҡ дөйөм милли йәш таланттар фестиваль-конкурсы (Мәскәү, 2006), Бөтә Рәсәй балалар үҙешмәкәр йыр фестивале (Пенза ҡ., 2007), “Дуҫлыҡ күпере” 1-се асыҡ фестиваль-конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡ.; Гран-при), “Кукляндия иленә сәйә­хәт” Респ. проф. булмаған ҡурсаҡ театрҙары һәм яһалма ҡурсаҡ фестивале (Ишембай ҡ.; икеһе лә — 2014) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре: Крамаренко (1963 й. алып), Кравченко (1983—2016).

А.Ш.Ғәлләмова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов