ЧЕКРАНОВ Юрий Андреевич (31.10.1943, Өфө), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). П.Ф. Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1975). Төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М. Әхмәҙиев). Спидвей б-са шәхси ярыштарҙа РСФСР чемп. (1963), команда ярыштарында СССР чемп. (1964, 1967—69), донъя (1964, 1966) һәм СССР (1963) чемпионаттарының кө­мөш призёры, СССР кубогының бронза призёры (1969); боҙҙағы мотоуҙыштар б-са шәхси ярыштарҙа СССР (1966) һәм РСФСР (1968, 1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1963—69). “Башҡортостан” командаһының өлкән тренеры (1978—80).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина