ЧЕЛОВ Николай Михайлович (1909, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Левашёв а., хәҙ. Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә, — 9.12.1943, Керчь ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА-ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлаған (1941). 1928 й. алып Левашёв а/с секретары. 1929 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көньяҡ, Кавказ аръяғы һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18-се армияның 318-се тау уҡсылары див. 1331-се тау уҡсылары полкы ком. подполковник Ч. 1943 й. 9 дек. Керчь ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2 Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (бөтәһе лә — 1943) орд. м-н бүләкләнгән. Ч. исеме Стәрлетамаҡ һәм Керчь ҡҡ. урамдарға бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин