ЧЕМБЕРДЖИ Николай Карпович (24.8.1903, С.-Петербург губ. Царское Село ҡ. — 22.4.1948, Мәскәү), композитор. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). СССР Композитор­ҙар союзы ағзаһы (1933). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1929; А.Н. Александров класы). 1936—37 йй. СССР Композиторҙар союзының Мәскәү бүлексәһе рәйесе һәм 1942— 45 йй. ойоштороу ком-тында яуаплы секретарь. Хеҙмәттәре араһында “Сон Дрёмович” балеты (1943), симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәр, камера-вокаль һәм камера-инструменталь музыка һ.б. бар. “Ҡарлуғас” башҡорт операһы (1941; Б.Бикбай либреттоһы), симфоник һәм тынлы оркестрҙар өсөн Б.Бикбай шиғырына “Башҡорт кавалерия дивизияһы марш-йыры” (“Марш-песня Башкирской Кавдивизии”), “Башҡорт маршы” (“Башкирский марш”; икеһе лә — 1942) авторы. Сталин пр. лауреаты (1946).

Әҙәб.: П о л я н о в с к и й Г.А. Н.К.. Чемберджи. М.; Л., 1947; М а х н е й С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодействия двух культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова