ЧЕМЕРИС Алексей Викторович (3.2.1957, Өфө), биохимик, молекуляр биолог. Биол. ф. д-ры (2000), проф. (2001). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1979) Биохимия һәм генетика ин-тында эшләй: 1988 й. алып өлкән ғилми, 1990 й. — төп ғилми хеҙм-р, 1994 й. — дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап лаб. мөдире, 2017 й. — баш ғилми хеҙм-р. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең кесе ядро өҫтөнлөк итеү феномены м-н бәйләнгән рибосомалы РНК (рРНК) гендарының структур һәм функциональ ойошторолошон, симбиотик азотфиксацияның молекуляр механизмдарын өйрәнеүгә арналған. Ч. тарафынан махсус төҙөлгән фагмид векторҙа ДНК-ны секвенирлаштырыуҙың тетра/окта стратегияһы; нуклеин кислоталарын амплификациялауҙың яңы сылбырлы (рекуррент) реакцияһы, маҡсатлы продукттарҙы һәм бер нуклеотидлы алыштырыуҙы детекциялауҙың һиҙгерлеге юғары булған ысулдары эшләнә. Ч. етәкс. фарм. һәм аҙыҡүлек сәнәғәтендә ҡулланылған бактериаль α-һәм β-үҙенсәлекле циклодекстринглюканотрансферазаларҙың гендары; ҡәнәфер һәм георгин каулимовирустарының тулы геномлы промоторҙары клонлаштырыла һәм секвенирлаштырыла. Ч. тарафынан олигонуклеотид наноструктураларҙың үҙ аллы йыйылыуын тәьмин иткән гибридлаштырыусы сылбырлы реакциялар, уникаль генетик кодтар биреп микроорганизмдар штамдарын паспортлаштырыу ысулдары эшләнә, донъяла тәүге тапҡыр транспластом “ялбыр” тамырҙар (transplastomic hairy roots) һ.б. алына. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Секвенирование ДНК. М., 1999 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова