ЧЕНӘКӘЙ (ысын исеме Ғиззәтуллин Төхвәтулла, башҡа мәғлүмәттәр б-са, Ченәкәев Төхвәтулла Ғиззәтулла улы; 2.1.1893, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Рәдүт а., хәҙ. Силәбе өлк. Чесмен р-ны, — 1959, Андижан ҡ.), шағир. 1913—46 йй. Ырымбур, Өфө, Ҡазан ҡҡ., Үзбәк ССР-ында уҡытыусы булып эшләй, 1920—24 йй. “Мәғариф эштәре” (ҡара: “Башҡортостан уҡытыусыһы”) ж. баш мөхәррир. Тәүге шиғырҙары 1913—14 йй. “Ваҡыт” гәз., “Ҡармаҡ”, “Шура” жж. баҫылып сыға. Ч. ижадында интим, романтик, дини лирика ҙур урын алып тора (“Яҡын киләсәктә”, “Илаһи баш эйеү”, “Һеҙме ни” һ.б.). “Теләктәр гөлләмәһе” (1918), “Ҡан тулҡындары, йәки Һуғыш” (1919), “Баҡсаларҙа” (1928; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Фольклор, Ш.Бабичтың ижади мираҫы б-са материалдар йыйған.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов