ЧЕРЕМШАНСКИЙ Василий Макарович (1821—1869), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Горы-Горецк ер эштәре мәктәбен тамамлаған. Ырымбур дини семинарияһында, һуңынан Дини семинарияла уҡытҡан. Фәнни тикшеренеүҙәре Ырымбур крайы тарихына арналған. “Описание Оренбургской губернии в хозяйственно- статистическом, этнографическом и промышленном отношениях” (“Ырымбур губернаһын хужалыҡ-статистик, этнографик һәм сәнәғәт мөнәсәбәттәрендә һүрәтләү”; 1859) исемле хеҙмәтендә Ч. тарафынан кантондар б-са башҡорттарҙың иҫәбе, ултыраҡ тормош һәм ярым күсмә традицион хужалыҡтар араһындағы айырмалар т-да мәғлүмәттәр килтерелгән, торлаҡ, башҡорт аш-һыуы, башҡорт кейеме, туй йолалары, ерләү йолалары һ.б. һүрәтләнгән. Шулай уҡ урыҫтарҙың, татарҙарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың, мордваларҙың һәм удмурттарҙың көнкүрешен, хужалығын һәм мәҙәниәтен өйрәнгән.

Хеҙм.: Взгляд на судоходство и рыболовство в Оренбургской губернии //Труды Вольного экономического общества. СПб., 1854; Сведения о соляных озёрах Челябинского уезда //Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866 и 67 гг. Уфа, 1868.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин