ЧЕРКАСОВА Татьяна Васильевна (15.9.1968, Өфө), социолог. Социол. ф. д-ры (2005). БДУ-ны тамамлаған (1991), 1992 й. алып шунда уҡ, 2002 й. — М.А.Шолохов ис. Мәскәү асыҡ пед. ин-тының Өфө филиалында эшләй. 2006 й. башлап ӨДИСУ-ла, 2016 й. алып ӨДНТУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре йәштәр социологияһы, конфликтология, идара итеү социологияһы проблемаларына арналған. 120-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Урегулирование и разрешение молодёжных конфликтов: мониторинговые исследования управленческих проблем. М.; Уфа, 2004; Работа с подростками и молодёжью в трудной жизненной ситуации. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев