ЧЕРКАССЫ, И ҫ к е Ч е р к а с с ы, Өфө р-нындағы ауыл, Черкассы а/с үҙәге. Район үҙәге­нән Т.-Көнб. 35 км һәм Черниковка т. юл ст. Т.-Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Черкассы й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 658 кеше; 1920 — 1300; 1939 — 591; 1959 — 387; 1989 — 495; 2002 — 645; 2010 — 710 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Алексеевка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1884 й. Өфө өйәҙендә Вятка губ. күсеп килеүселәр ер биләүсе Лихошёрстыйҙан һатып алынған ерҙәрҙә Никольск исеме м-н нигеҙ һала. 1896 й. 132 йортта 855 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, 2 ярма ярғыс, 2 бакалея кибете булған. 1906 й. Никольский-Черкассы булараҡ иҫәпкә алынған; сиркәү, земство мәктәбе, һыра һәм 2 бакалея кибете булған. 20-се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев