ЧЕРНАВСКИЙ Николай Михайлович (28.1.1872, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Полтавский ҡсб — 1940, Свердловск ҡ.), сиркәү тарихсыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Статский советник. Дини тәғлимәт магистры (1905). Ырымбур дини семинарияһын (1892), Ҡазан дини акад. (1896) тамамлаған. 1897 й. алып Ырымбур дини уч-щеһы уҡытыусыһы, Владикавказ, Пермь дини уч-щелары ҡараусыһы, Чернигов, Ырымбур дини семинариялары инспекторы, бер үк ваҡытта епархия баҫмалары, ш. иҫ. “Оренбургские епархиальные ведомости” ж., мөхәррире. 1918 й. башлап Силәбе губ. халыҡ мәғарифы системаһында эшләй. 1921 й. алып Силәбе губ. архивы дир., 1926 й. — Пермь округ архив бюроһы мөдире, 1928— 31 йй. Урал өлкә архивының (Свердловск) ғилми хеҙм-ре. Фәнни тикшеренеүҙәре Ырымбур крайының тарихына арналған. “Ырымбур епархияһының үткәне һәм хәҙергеһе” (“Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем”; 1900—02) хеҙмәте авторы, унда Ырымбур губернаһының адм.-терр. бүленеше, дини белем биреү үҫеше б-са мәғлүмәттәр, белеш­мә материал, ш. иҫ. монастырҙар һәм сиркәүҙәр исемлеге, Ырымбур епархияһы етәкселәренең биографиялары һ.б. бар. Ырымбур ғилми архив комиссияһының почётлы ағзаһы (1907 й. алып). 3-сө дәрәжә Изге Анна һәм 3-сө дәрәжә Изге Станислав орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Материалы к истории Челябинска. Челябинск, 1993.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина