ЧЕРНИГОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 131 кеше; 1920 — 209; 1939 — 160; 1959 — 116; 1989 — 47; 2002 — 127; 2010 — 107 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1897 й. Бәләбәй өйәҙендә Чернигов губ. күсеп килгән украиндар Чернигов ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 20-се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев