ЧЕРНИКОВКА, ауыл, 1931 й. алып Черниковка ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә.

Ауылға яҡынса 1600 й. Өфө өйәҙендә хеҙмәтле И.Черников нигеҙ һала. 1811 й. алып вахмистр Н.И. Черников-Онучин, 1850 й. башлап Ф.Н. Черников-Онучин хужа була. Шулай уҡ Анучин исеме м-н билдәле булған. 1865 й. 12 йортта 56 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 87 кеше; 1920 — 163 кеше.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев