ЧЕРНЫХ Сергей Прокопьевич (18.7. 1928, Урал өлк. Чернов а. — 19.11. 2011, Мәскәү ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (1983), проф. (1984). РСФСР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1979), РФ-тың атҡ. химигы (2004), РФ-тың химия һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1987), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1985). Урал политехник ин-тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) 18-се комб-тта (Салауат ҡ.) эшләй: өлкән оператор, ҡоролма, цех нач., баш инженер урынбаҫары. 1962 й. алып Стәрлетамаҡ химия з-дында баш инженер. 1968 й. башлап Мәскәүҙә эшләй: “Оргнефтезаводы” союз контораһында нач. урынбаҫары, 1975—2004 йй. Бөтә Рәсәй органик синтез ҒТИ-нда директор. Фәнни хеҙмәттәре углеводородтарҙы термик һәм каталитик эшкәртеү проблемаларына һәм ракета яғыулыҡтары уйлап табыуға арналған. Ч. етәкс. 18-се комб-тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) этилен окисы етештереү цехы төҙөлгән, Стәрлетамаҡ химия з-дында (ҡара: “Каустик”) хлор һәм каустик сода, этилен һәм ацетилен, дихлорэтан һ.б. сығарыу производстволары файҙаланыуға тапшырылған. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт, 100 уйлап табыу авторы. СССР МС-ы пр. лауреаты (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978), Почёт (1999) орд. м-н бүләкләнгән.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов