ЧЕРНЯДЬЕВ Иван Сергеевич (1880, Вятка губ. Филимоново а. — 1947, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 й. алып Социал-революционерҙар партияһы, 1911 й. башлап РСДРП(б) ағзаһы. 1904—05 йй. рус-япон, Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөрө ҡала уч-щеһын тамамлаған (1895). 1898 й. башлап Бөрө ҡ. социал-демократик түңәрәк ағзаһы. 1902— 06 йй. 8-се Себер полкы писары (Манжурия). 1908 й. Бөрөлә революцион эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына, һөргөнгә ебәрелә. 1915 й. Омск ҡулланыусылар йәмғиәте союзында эшләй. 1917 й. Бөрө эшсе һәм һалдат депутаттары советы рәйесе, Бөрө большевиктар ойошмаһын, хәрби дружина ойоштороуҙа ҡатнаша. Дек. башлап Бөрө өйәҙендә: өйәҙ ХКС-тары, аҙыҡ-түлек башҡармаһы рәйесе; 1918 й. йәйендә РККА-ның 3 полкын ойоштороуға етәкселек итә; 1919 й. ғин. алып өйәҙ революцион ком-ты, бер үк ваҡытта РКП(б) ком-ты рәйесе. Марттан Бишенсе армия ҡарамағындағы Бөрө йыйылма полкы, июндән — 237-се Минск полкы командиры. Июлдән Бөрө өйәҙ революцион һәм башҡарма ком-ттары рәйесе, РКП(б)-ның өйәҙ ком-ты секретары, 1920 й. ғин. башлап Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе. Окт. алып Бөтә Рәсәй ҮБК (Мәскәү) ағзаһы, 1921 й. июленән Череповец губ. аҙыҡ-түлек комиссары, 1922 й. июленән Ҡырғыҙ АССР-ы РКП(б)-ның Аҡмулла губерна ком-ты яуаплы секретары, 1923 й. дек. башлап Иркутск, 1925 й. апр. — Кострома губерна башҡарма ком-ттары рәйесе. 1927 й. алып СССР кооперацияһы системаһында эшләй (Мәскәү).

Е.П.Асабин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин