ЧЕРНЯЕВ Александр Михайлович (7.5.1934, Брянск ҡ. — 18.8.2004, Екатеринбург ҡ.), гидрогеолог. Геол.-минералогия ф. канд. (1966), техник ф. д-ры (1990), проф. (1993). РФ-тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1992). Новочеркасск политехник ин-тын тамамлағандан һуң (1956) Көньяҡ Урал терр. геол. идаралығында эшләй: инженер-гидрогеолог, 1958— 61 йй. партия начальнигы. Фәнни-производство эшмәкәрлеге гидрогеология һәм гидрохимия м-н бәйле. Ч. тарафынан Бүребай (Хәйбулла р-ны) һәм Гай (Ырымбур өлк.) мәғдән райондарындағы ер аҫты һыуҙарының геология һәм геохимия үҙенсәлектәре, Урал һәм Көнбайыш Себер һыу ресурстарының экологик составы өйрәнелгән. 500-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1974).

Хеҙм.: Очерки по гидрохимии подземных вод (Южный Урал и Зауралье). Свердловск, 1973 (авторҙ.); Управление водными ресурсами в агропромышленном регионе (Урал и При­уралье). Л., 1987 (авторҙ.); Гидрохимия болот (Урал и Приуралье). Л., 1989 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев